+17 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Иҫтәлекле көндәр
21 Март 2022, 09:05

Бөгөн - Бөтә донъя шиғриәт көнө

Бөгөн бөтә Ер шарында шиғриәт көнө билдәләнә. Шиғриәт байрамын булдырыу инициативаһы менән беренсе тапҡыр Америка шағиры  Теса Уэбб  сығыш яһай. Был хәл  үткән быуаттың утыҙынсы йылдарына тура килә. 

Бөгөн - Бөтә донъя шиғриәт көнө
Бөгөн - Бөтә донъя шиғриәт көнө

Шиғриәт байрамы  рәсми рәүештә 2000 йылдың  21 мартында Париждың  ЮНЕСКО-лағы штаб-квартираһында  билдәләнә, ошо ваҡыттан алып ул йыл һайын байрам  ителә.Республикала шиғри һүҙгә, уның көсөнә иғтибар ҙур, йыл һайын билдәле шағирҙарҙың китаптары донъя күрә, телевидение-радио эфирында әленән-әле шиғырҙар уҡыла, яңы проекттар әҙерләнә.

Һин - тәбиғәтем,

Һин - тәғлимәтем,

Һин - хөкүмәтем,

Һин - хакимиәтем,

Һин - әкиәтем,

Һин - мөхәббәтем:

Йөрәктә йәшәр

Йән-шиғриәтем!

Риф МИФТАХОВ.

Фото: https://sibay.bashkortostan.ru/p

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас: