+21 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Иҫтәлекле көндәр
22 Март 2022, 14:35

Бөгөн - 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһына Ҡыҙыл Байраҡ тапшырылыуға 80 йыл

1942 йылдың тап ошо көнөндә 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһына БАССР Юғары Советының Президиумы тарафынан Ҡыҙыл Байраҡ тапшырылған. Был тарихи ваҡиғаға бөгөн 80 йыл тула.

Бөгөн - 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһына Ҡыҙыл Байраҡ тапшырылыуға 80 йыл
Бөгөн - 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһына Ҡыҙыл Байраҡ тапшырылыуға 80 йыл

"Беҙ халҡыбыҙҙың ышанысын аҡлаясаҡбыҙ. Һуңғы тамсы ҡаныбыҙға тиклем дошман менән батырҙарса көрәшәсәкбеҙ һәм Еңеү менән ҡайтасаҡбыҙ!" - тип яуаплай ул саҡта дивизия командиры, полковник Миңлеғәле Шайморатов Башҡорт АССР-ының Юғары Советы Президиумы Рәйесе Рәхим Ибраһимовтың ҡулынан байраҡ алған саҡта.

112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы антын намыҫлы һәм ҡаһармандарса үтәй. 1941 – 1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында беҙҙең ғәскәр Берлинға тиклем барып еткән берҙән-бер милли кавалерия дивизияһы була.
Яуҙа күрһәткән ҡаһарманлыҡтары өсөн дивизияның 3860 яугиры орден-миҙалдар менән бүләкләнә. 78 кеше - Советтар Союзы Геройы һәм бишәүһе "Дан ордены"ның тулы кавалеры исеменә лайыҡ була.Ә Миңлеғәле Шайморатовҡа Рәсәй Геройы исеме бирелде.

Фото: https://www.bashinform.ru/news/so

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас: