-3 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Иҫтәлекле көндәр
18 Апрель 2022, 14:20

Бөгөн - Халыҡ-ара һәйкәлдәр һәм тарихи урындар көнө

Өфө - иҫтәлекле урындарға бай ҡала. Тарихи һәм мәҙәни музейҙар, күренекле шәхестәргә арналған һәйкәлдәр, парктар, фонтандар... Шулай уҡ һуңғы йылдарҙа төрлө ырымға бәйле урындар ҙа күбәйҙе.

Бөгөн - Халыҡ-ара һәйкәлдәр һәм тарихи урындар көнө
Бөгөн - Халыҡ-ара һәйкәлдәр һәм тарихи урындар көнө

Ал сәскә ялҡыны. Сергей Аксаков исемендәге баҡсала урынлашҡан был ҡып-ҡыҙыл сәскә әллә ҡайҙан иғтибарҙы үҙенә йәлеп итә. Уның һабағына ҡыҙыл йөрәк йәбештерелгән. Ғашиҡтар шунда ҡулдарын ҡуйып, һөйгәндәренә тоғролоҡтарын белдерә.

Ғаилә символы. Ҡунаҡһарай алдында баш ҡалабыҙ символы булған һуҫар ғаиләһе "йәшәй". Ағас башында өйҙәре лә эшләп ҡуйылған. Береһе йортонан башын сығарып ҡарап тора. Күрәһең, икенсеһенең ҡайтҡанын көтә торғандыр. Икесеһе өңөнә ҡарай атлай. Имеш, шул һуҫарҙарҙың танауын ышҡыһаң, ғаилә имен, татыу йәшәй, өйҙәренә ҡот-бәрәкәт килә.

Ғашиҡтар ағасы. Иван Якутов исемендәге паркка килеүеләр таҫмалар бәйләнгән, йоҙаҡтар эленгән был ағасты урап үтмәй. Ябай ағас түгел ул, тимерҙән эшләнгән. Туй көнөндә кәләш менән кейәү хистәрен нығытып, йоҙаҡҡа бикләй ҙә асҡысын шундағы күлгә ырғыта. Бер кем дә тапмаһын, асмаһын, араларын бутамаһын, тигән ниәттән эшләнә ул.

Теләк ташы. Сипайлов биҫтәһендә бөтә теләктәрҙе тормошҡа ашыра торған таш бар. Ул Ҡашҡаҙан күле янында урынлашҡан. Ташҡа ҡул устары ҡуйылған. Шул урынға, теләктәреңде эстән генә уйлап, усыңды һалһаң, мотлаҡ бойомға аша, тиҙәр. Был ташта ла ғаиләнең татыулығын нығыта торған көс бар, сөнки өлкәндәрҙең ҡулдары менән бергә бәләкәй баланың устары ла ҡуйылған.

Быларҙың барыһына ла ышанырғамы-ышанмаҫҡамы - уныһы һәр кемдең үҙ эше. Хыялдарығыҙҙың тормошҡа ашыуын теләйбеҙ.

Моғайын, һәр кемегеҙең ниндәйҙә булһа һәйкәл янында, тарихи урындарҙа төшкән фоталарығыҙ барҙыр. Әйҙәгеҙ, Һәйкәлдәр көнө уңайынан шуны комментарийҙа бүлешәйек. Һеҙҙән фотолар көтөп ҡалабыҙ!

Мәғлүмәт "Башҡортостан календары"нан алынды.

Фото: prigorod.info

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас: