+26 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Ураҙа ғәйете мөбәрәк булһын!

Айнур Бирғәлин, Баш­ҡортос­тан Республикаһы мосолмандары Диниә назараты мөфтөйө:

Ураҙа ғәйете мөбәрәк булһын!
Ураҙа ғәйете мөбәрәк булһын!

– Әс-сәләмү ғәләйкүм, йәш дуҫтарым! 2 майҙа беҙ һеҙҙең менән динебеҙҙәге иң ҙур байрамдар­ҙың береһен – Ураҙа ғәйетен ҡаршылайбыҙ. Был байрам изге Рамаҙан айы тамамланыу хөрмәтенә үткәрелә. Уның дауамында беҙ ураҙа тоттоҡ. Ураҙа ваҡытында аслыҡтан интеккән кешеләрҙең хәлен аңлайбыҙ, уларға ҡарата мәрхәмәтле булабыҙ. Аллаға шөкөр, илебеҙҙә аслыҡ кеүек ҡур­ҡыныс күренештәр юҡ, әммә донъяла бер телем икмәккә һәм бер йотом һыу­ға мохтаждар бар. Шулай уҡ ураҙа иртәнән кискә тиклем ашамау-эсмәү генә түгел, ә бөтә насар эштәр­ҙән тыйылыу, бер-береңә ярҙам итеү. Был байрам көндө мосолмандар бер-береһен ҡотлай, бүләктәр бирешә. Һеҙ ҙә, дуҫтарым, ошо байрамда атай-әсәйҙәрегеҙҙе, туғандары­ғыҙҙы, күршеләрегеҙҙе һәм дуҫтарығыҙҙы ҡотларға онотмағыҙ.
Ураҙа ғәйете мөбәрәк бул­һын!

 

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: