+1 °С
Ҡар
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Пионерияның юбилейы менән, дуҫтар!

19 май — Пионерияның тыуған көнө. Бөгөн был ойошма барлыҡҡа килеүгә — 100 йыл! Тәүге пионер отрядтарын булдырыу тураһында ҡарар 1922 йылда илдең комсомол конференцияһында ҡабул ителгән. Ҡыҙыл галстуклы, борғо тауыштары яңғырап торған пионер саҡтарын өлкәндәр һағынып иҫкә ала. 

Дуҫтар, кемдәр пионер булған, отрядығыҙ кем исемен йөрөтә торғайны, пионер галстугы таҡҡан фотоларығыҙ бармы, әйҙә, ошонда комментарий рәүешендә иҫтәлектәрегеҙ менән уртаҡлашығыҙ!

Эйе, 9 — 14 йәшлек уҡыусыларҙы берләштергән, уларҙы илһөйәр, әүҙем, кешелекле, ярҙамсыл, берҙәм булырға өйрәтеүсе көслө ойошма ине ул Пионерия. Башланғыс синыфтарҙа октябрят булһаҡ, III синыфта, 22 апрель — Владимир Ильич Лениндың тыуған көнөндә, тантаналы ант биреп, бөтә синыф менән пионерҙар сафына инә торғайныҡ. Вожатыйҙар беҙгә ҡыҙыл галстуктар таға. Шунан инде бер отряд булып, уға исем һайлайбыҙ. Ғәҙәттә, герой-пионерҙарҙың исемдәрен йөрөтә торғайны отрядтар: Лёня Голиков, Зина Портнова, Володя Дубинин… Артабан йәнле пионер тормошо башлана: тимурсылыҡ эше, пионер йыйындары. Ә 19 майҙа мотлаҡ пионер усағына йыйылабыҙ. Тантаналы линейкала отряд рәйестәре дружина советы рәйесенә сараға әҙерлек тураһында рапорт бирә. Ә борғо, барабан тауыштары аҫтында ҡыҙыл байраҡ индереү һуң! Пионер йыйындары, слёттар, ҡыҙыл галстуклы бала сағыбыҙ һаман да хәтерҙә.

Пионерия көнө менән!

Фото: yandex.ru.

Пионерияның юбилейы менән, дуҫтар!
Пионерияның юбилейы менән, дуҫтар!
Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас: