+23 °С
Ясна
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Иҫтәлекле көндәр
3 Сентябрь 2022, 08:35

Терроризмға ҡаршы көрәштә теләктәшлек көнө

3 сентябрҙә Рәсәйҙә Терроризмға ҡаршы көрәштә теләктәшлек көнө билдәләнә.

Терроризмға ҡаршы көрәштә теләктәшлек көнө
Терроризмға ҡаршы көрәштә теләктәшлек көнө

Был дата 2004 йылдың 1 - 3 сентябрендә Төньяҡ Осетияның Беслан ҡалаһында булған фажиғә менән бәйле. Уҡыу йылы башланыуға арналған танатаналы линейканан һуң террорсылар ҡалалағы 1-се мәктәптәге 1 меңдән ашыу кешене мина һалынған бинанан сығармай тота. Уҡыусылар, уҡытыусылар, атай-әсәйҙәр 3 көн йәшәү менән үлем араһында була. 314 кеше һәләк була, шуларҙың 186-һы балалар...

Быйыл Беслан фажиғәһенә - 18 йыл. 1-се мәктәптә әлеге ваҡытта Хәтер вахтаһы бара. Республикала яңы уҡыу йылы 5 сентябрҙә генә, Хәтер вахтаһы тамамланғас башланасаҡ.

Терроризм - ул көс ҡулланыу юлы менән халыҡты ҡурҡытыу аша йәиһә башҡа төр хоҡуҡ боҙоуҙар ярҙамында йәмғиәттең ижтимағи аңына, урындағы үҙидара органдарының, тотош дәүләттең һәм халыҡ-ара ойошмаларҙың теге йәки был ҡарар ҡабул итеүенә йоғонто яһау ысулы. Кемдәр ул террористар, терроризмдан нисек һаҡланырға - ошондай һорауҙарға яуапты һәр кем белергә, уяу булырға тейеш. 

Фажиғәләр башҡаса ҡабатланмаһын!

Фото: yandex.ru.

Терроризмға ҡаршы көрәштә теләктәшлек көнө
Терроризмға ҡаршы көрәштә теләктәшлек көнө
Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас: