+13 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Иҫтәлекле көндәр
6 Сентябрь 2022, 13:32

9 сентябрь - Милли кейем көнө

Республикабыҙҙа йылына ике тапҡыр Милли кейем көнө үткәрелә: апрелдең өсөнсө һәм сентябрҙең икенсе аҙнаһында. 2022 йылда көҙгө Милли кейем көнө 9 сентябргә тура килә.

9 сентябрь - Милли кейем көнө
9 сентябрь - Милли кейем көнө

Был байрам республика халыҡтары йолаларына, тарихына, милли кейеменә иғтибарҙы арттырырға мөмкинлек бирә. 

Сағыу саралар ойоштороласаҡ. Уларҙың иң мөһиме Өфөләге И.Якутов исемендәге паркта үтәсәк. Башҡортостандан ситтә: Ханты-Манси автономиялы округында һәм Белоруссияла "Милли кейемдә фото" тигән онлайн фотокүргәҙмә һәм "Мин - милли кейемдә" тигән флешмоб үткәрәсәктәр.

Республика халыҡ ижады үҙәге "Музыкаль этномозаика" тигән сара ойоштора. Шарты -  милли кейем кейеп, боронғо халыҡ музыка ҡоралында уйнап, 2-3 минутлыҡ видео төшөрөргә һәм 9 сентябргә тиклем социаль селтәрҙәге сәхифәңә ҡуйырға кәрәк. #МузыкальнаяЭтноМозаикаБашкортостана #ДеньНациональногоКостюма #УфаМКРБ #УфаРЦНТРБ #МКРБ хэштегтарын яҙыу мотлаҡ. 

 

Фото: https://vk.com/minkultury_rb.

9 сентябрь - Милли кейем көнө
9 сентябрь - Милли кейем көнө
Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас: