Был дата Юлиус Фучик исеме менән бәйле. Чехословакия журналисы, тәнҡитсе, публицист Юлиус Фучик 1942 йылдың апрелендә фашистар тарафынан ҡулға алына һәм 1943 йылдың 8 сентябрендә Берлинда язалап үлтерелә. Төрмәлә сағында ул "Репортаж с петлей на шее" тигән китап яҙа. Юлиус Фучик үлгәндән һуң, 1950 йылда, был әҫәр Халыҡ-ара тыныслыҡ премияһына лайыҡ була. Китапты донъяның 70 теленә тәржемә итәләр.
Журналистика әле лә хәүефле һөнәрҙәрҙең береһе булып ҡала.
8 сентябрҙә бөтә донъяла ошо һөнәр эйәләре кәңәшмәләргә йыйыла, тәжрибә уртаҡлаша, иң шәп ҡәләм оҫталарына наградалар тапшырыла. Журналистарға үҙ-ара теләктәш булыуҙарын, берҙәмлектәрен тойорға мөмкинлек биреүсе көн был.
Фото:yandex.ru.