+13 °С
Ясна
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Иҫтәлекле көндәр
9 Октябрь 2022, 22:30

11 октябрҙә Башҡортостандың баш ҡалаһында генерал-майор Миңлеғәле Шайморатовҡа һәйкәл асыла

Был һәйкәл – тарих. Бөйөк башҡорт геройы, 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы командиры, генерал-майор Миңлеғәле Шайморатов көсөргәнешле минутта күрһәтелгән, әммә архитектура ҡоролмаһы барлыҡ Ватанды һаҡлаусыларға арналған.

11 октябрҙә Башҡортостандың баш ҡалаһында генерал-майор Миңлеғәле Шайморатовҡа һәйкәл асыла
11 октябрҙә Башҡортостандың баш ҡалаһында генерал-майор Миңлеғәле Шайморатовҡа һәйкәл асыла

Совет майҙаны – Башҡорт кавалерия дивизияһы юлының башы, бында 1942 йылдың мартында Шайморатов республика етәкселегенә яугирҙарҙың фронтҡа барырға әҙерлеге тураһында отчёт биргән.

Проектты тиҫтәләрсә кеше ижад иткән. Рәсәйҙең халыҡ рәссамы Салауат Щербаковтан һәм Башҡортостандың атҡаҙанған архитекторы Константин Донгузовтан тыш, һәйкәлде эшләүҙә художество эксперттары, ҡойоусылар, гранит эшкәртеүселәр, тарихсылар ҙа ҡатнашҡан.

Композиция башҡорт гранитынан эшләнгән. Дөйөм ҙурлығы – 62х29 метр, бейеклеге – 15 метр. Колоннада 24 колоннанан һәм 6 ярымтүңәрәк пилястрҙан тора. Ансамблгә бөтәһе 40 тоннанан ашыу бронза киткән. Композицияны Мәскәүҙең һәм Мәскәү өлкәһенең өс предприятиеһында ҡойғандар.

Өфөгә һәйкәлде бер нисә өлөшкә бүлеп килтереп, урында йыйғандар. Ул Европалағы, Мәскәүҙәге, Петербургтағы ябай ат статуяларынан ҙурыраҡ.

Һәйкәл янында ике сквер һәм ҡоро фонтан барлыҡҡа килде. Хәҙер Совет майҙанында Рәсәй кимәлендәге заманса архитектура, унда йәйен – фонтан, ҡышын һырғалаҡ буласаҡ.

Совет майҙанындағы легендар куранттар һәйкәлде рәсми асҡандан һуң көн һайын төш мәлендә "Шайморатов генерал" көйөн уйнаясаҡ.

Генерал Шайморатовҡа һәйкәл  Өфөнөң иҫтәлекле урыны буласаҡ: баш ҡала буйлап экскурсия тап Совет майҙанынан башланасаҡ.

 

 Сығанаҡ һәм фото: ye102.ru

 

Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас: