+29 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Иҫтәлекле көндәр
4 Ноябрь 2022, 09:05

Халыҡтар берҙәмлеге көнө менән!

4 ноябрь – ҙур дәүләт байрамы, ул тарихыбыҙҙың 1612 йылғы ваҡиғаларына барып тоташа һәм Ватаныбыҙ азатлығы, бойондороҡһоҙлоғо өсөн көрәшкән ата-бабаларыбыҙҙың бөйөк ҡаһарманлығын данлай. Был көндә яҡындарыбыҙ һәм дуҫтарыбыҙ, беҙҙе уратып алған кешеләргә изгелек, шатлыҡ өләшәйек, улар тураһында хәстәрлек күрәйек! Алдағы көндәрҙә тыныслыҡта һәм именлектә йәшәргә яҙһын! Күк йөҙө аяҙ булһын, барығыҙға ла ныҡлы һаулыҡ, бәхет, эшегеҙҙә уңыштар һәм берҙәмлек теләйбеҙ!

Халыҡтар берҙәмлеге көнө менән!
Халыҡтар берҙәмлеге көнө менән!

Фото: userapi.com

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас: