-4 °С
Болотло
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар
Иҫтәлекле көндәр
27 Ноябрь 2022, 09:05

Әсә көнө менән!

Бөгөн - Әсә көнө. Ер йөҙөндәге барлыҡ әсәйҙәрҙе был матур байрам менән ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ. Һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, күңел тыныслығы, ғаиләләрегеҙҙә именлек теләйбеҙ! Балаларығыҙҙың  тормошта уңыштарға өлгәшеүен күреп, һәр ваҡыт шатлыҡ-ҡыуаныстарға төрөнөп йәшәгеҙ! Йорттарығыҙ һәр саҡ бәхеттән балҡып торһон! 

Әсә көнө менән!
Әсә көнө менән!
Әсә күңеле
Әсә күңеле - тәрән диңгеҙ, тиҙәр,
 
Шикләнмәйем, ысын, шулай бит.
 
Ул күңелгә күпме шатлыҡ һыйһа,
 
Ҡайғылар ҙа бик күп һыя бит.
 
 
Ауырлыҡтың барын онота ул
 
Балаһының бәхете хаҡына,
 
Тик балалар әсәй күңелдәрен
 
Аңлай алмай ҡала йыш ҡына.
 
 
Мәшәҡәтһеҙ-ниһеҙ ҙурайғандай,
 
Үҫеп алғас, ҡайһы балалар,
 
Әсәйҙәргә ауыр һүҙҙәр әйтеп,
 
Уңалмаҫлыҡ яра һалалар.
 
Әсә күңеле тәрән, киң дә, тиҙәр,
 
Кисерер ул, бәлки, балаһын.
 
Һаман өҙөлөр ул, "балам", тиеп,
 
Һыҙлаһа ла йөрәк яраһы.
Кәтибә КИНЙӘБУЛАТОВА.
Фото: userapi.com
Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас: