Билдәһеҙ һалдат
Һәйкәл тора. Имеш, һөйләйҙәрҙер
Был- билдәһеҙ һалдат һәйкәле
Билдәһеҙме ошо баҡыр кеше?
Билдәһеҙме, хәтер, әйт әле?!
Атакаға күтәрелдек бергә,
Йыға һуҡты әжәл бер мәлде.
Ваҡытлыса йәнә терелдем мин
Ул - мәңгелек һынға әйләнде.
Ҡаршыһында түтәл-түтәл гөлдәр
Изге ялҡын булып яналар,
Баш өҫтөндә таңдан ҡоштар һайрай,
Эргәһендә һайрай балалар.
Ә артында уның сал бер ҡатын
(Ил инәһе - улдыр, моғайын.)
Нисәмә йыл инде өнһөҙ илай,
Һалҡын ташҡа терәп маңлайын.
Еңеү! Ҡояш балҡый бер битеңдә,
Бер битеңдә - моңһоу ай һаман,
Бер күҙеңдән шатлыҡ нуры һибелә,
Бер күҙеңдән әсе йәш тама...
Мостай Кәрим.
Фото: userapi.com