-4 °С
Облачно
VKOKМакс
Иҫтәлекле көндәр
14 Декабря 2022, 05:39

Мифтахетдин Аҡмулланың тыуыуына - 191 йыл

14 декабрь – халҡыбыҙҙың бөйөк мәғрифәтсеһе Мифтахетдин Аҡмулланың тыуған көнө. 

Добавить в предпочтительные источники Google

Мифтахетдин АҠМУЛЛА

Башҡорттарым, уҡыу кәрәк!

Башҡорттарым, уҡыу кәрәк, уҡыу кәрәк!

Арабыҙҙа наҙандар күп, уҡыу һирәк.

Аңғыра айыуҙан Уралдағы ҡурҡҡандай,

Эй, туғандар, наҙанлыҡтан ҡурҡыу кәрәк!
 

Илтифат ит: уҡыуҙалыр шәрафәттәр,

Яһиллыҡтан килә ятыр ҙур афәттәр.

Уҡығандар күккә осор, һыуҙа йөҙөр,

Юҡтыр унда әүлиәлек, кәрамәттәр.
 

Уҡығанға был донъяла жәләл булыр,

Харам тигән күп шәйҙәр хәләл булыр.

Ырыҫ-дәүләт шишмәһен асам тиһәң,

Ғилем-һөнәр берҙән-бер әмәл булыр.
 

Алтынға берҙе ҡушып, һан ун булмай,

Сәғәтте алда бороп, төн көн булмай.

Белемлелек – арыҫландан көслө батыр,

Шуға атланмай, һинең төшөң һис өн булмай.

  

Фото: bashinform.ru

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас