+29 °С
Ясна
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Иҫтәлекле көндәр
1 Февраль 2023, 17:30

Тарихи датаға арнап

2 февраль – Рәсәйҙең хәрби дан көнө, Совет ғәскәрҙәренең немец-фашист илбаҫарҙарын Сталинград алышында ҡыйратҡан көн. Рәсәй Президенты Владимир Путин Указына ярашлы, иртәгә илебеҙ был тарихи ваҡиғаның 80 йыллығын билдәләй.

Был тарихи дата айҡанлы 2 февралдә  баш ҡалабыҙ Өфөлә лә матур саралар ойоштороласаҡ.

Көндөҙгө сәғәт 12-лә республика Хәрби Дан музейында мәктәп уҡыусыларынан йыйылған командалар араһында "Сталинград" исемле интеллектуаль уйын үтәсәк.

Көндөҙгө сәғәт 3-тә Өфөнөң «Рәсәй – минең тарихым» тарихи паркында Сталинград һуғышының 80 йыллығына арналған мультимедиалы күргәҙмә асыла.

Фото: bashinform.ru

 

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас: