Үҙебеҙҙең балалар баҡсаһында матур байрам үткәрҙек. Унда кескәйҙәр атайҙайға, ағайҙарға, олатайҙарға арнап, матур итеп шиғырҙар уҡыны, йыр йырланылар. Уларҙы ҡыуандырыр өсөн бүләктәр әҙерләгәйнеләр. Эстафета ла бик күңелле үтте.
Бер кем дә юҡтыр
Атайым төҫлө –
Ул бик тә батыр,
Ул бик тә көслө!
Барыһына ла тыныс күк йөҙө, ҡыуаныстар, шатлыҡтар теләйбеҙ.
Гөлнара ТЕМИРОВА,
Өфө районы, Зубов ауылы.