-4 °С
Облачно
VKOKМакс

Бөйөк Еңеү көнө менән!

Бөгөн илебеҙҙә оло байрам - Бөйөк Еңеүҙең 78-се яҙын ҡаршылайбыҙ! Ошо уңайҙан һеҙҙе ихлас ҡотлайбыҙ! Илебеҙ тыныс, донъялар имен, күгебеҙ аяҙ булһын!

Добавить в предпочтительные источники Google
Бөйөк Еңеү көнө менән!Бөйөк Еңеү көнө менән!
Бөйөк Еңеү көнө менән!

Еңеү көнө бөгөн!

Еңеү көнө!
Илемдәге оло тантана.
Беҙҙең ерҙә бөтә байрамдар ҙа
9 майҙан башлана.

Беҙҙең халыҡ өсөн иң изге көн –
Атайҙарҙан бүләк азатлыҡ.
Тамырҙары уның меңәр йыллыҡ!
Ә шатлығы уның – Ер саҡлы!

Яралғанбыҙ ошо ҡыуаныстан!
Беҙ тыуғанбыҙ имен дәүләттә!
Билдәле һәм һәр билдәһеҙ һалдат,
Беҙҙең рәхмәт һүҙе – йөрәктә!

Был байрамдың тоям Илдәр гиҙеп,
Һәр бер өйгә килеп ингәнен!
Беҙ еңеүсе быуын балалары!
Беҙ еңеүсе быуын ейәне!

Фото: userapi.com

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас