+10 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Иҫтәлекле көндәр
11 Октябрь 2023, 17:10

Өфө балалары Республика көнөнә шәп бүләк әҙерләгән

Башҡортостан - тыуған илем, Йөрәгемдең түрендә. Шатлыҡ нуры балҡып тора Һәр баланың йөҙөндә.

Өфө балалары Республика көнөнә шәп бүләк әҙерләгән
Өфө балалары Республика көнөнә шәп бүләк әҙерләгән

Видеолағы көләс, шат балаларға ҡарау менән шағирә Әлфиә Әсәҙуллинаның "Тыуған ерем" шиғырынан ошо юлдар иҫкә төшә. Был малай һәм ҡыҙҙар – Өфө ҡалаһындағы 40-сы башҡорт балалар баҡсаһының 6-сы төркөм тәрбиәләнеүселәре.

Байрам кәйефе бүләк иткән был видеоның авторы – араларындағы Азамат исемле малайҙың әсәһе Эльвира Дәүләтбирҙина.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 33 йыл элек Башҡортостан Республикаһының Дәүләт суверенитеты тураһында декларация ҡабул ителә. Шунан алып һәр йыл 11 октябрҙә Башҡортостаныбыҙҙың төп байрамы – Республика көнө билдәләнә.

Күгебеҙ аяҙ, иртәләребеҙ тыныс булһын, республикабыҙ сәскә атһын!

Автор:Нурзиә Хәсәнова
Читайте нас: