Әлфинур ВАХИТОВА һүҙҙәре. Дамир ӘҘЕЛБАЕВ көйө.
Урал күкрәгенән урғып сығып,
Урмандарҙы киҫеп үткәнһең.
Кешеләргә күпме шатлыҡ, сафлыҡ,
Көс һәм ҡөҙрәт бүләк иткәнһең.
Ҡушымта:
«Йәншишмә»м, һин – минең «Йәншишмә»м.
Һинән башҡаларға сер сисмәм.
Һинең менән йәнәш атлағанда,
Башҡа шишмәләрҙән һыу эсмәм.
Яҡын дуҫ та, кәңәшсе лә беҙгә –
Нур һибеүсе изге бер йылға,
Үҙ артыңдан кескәйҙәрҙе әйҙәп,
Сығараһың яҡты, ҙур юлға.
Ҡушымта.
Йырлай-йырлай, шулай мәңге йәшә,
Ел-дауылдар һине ҡаҡмаһын,
Юлдарыңда тау-таш осрамаһын,
Упҡындарҙан Хоҙай һаҡлаһын.
Ҡушымта.