-7 °С
Ҡар
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар
Иҫтәлекле көндәр
11 Октябрь , 17:06

Тыуған ерем – Башҡортостаным

Башҡортостанда йәшәүемә ҡыуанып бөтә алмайым...

Тыуған ерем – Башҡортостаным
Тыуған ерем – Башҡортостаным

Башҡортостан, һин беҙҙең

Тыуған, үҫкән илебеҙ.

Беҙгә икмәк, өй биргән,

Һыуын эскән еребеҙ!

Яратам мин республикамды. Гүзәл Башҡортостаныбыҙҙы ниҙәр менән генә сағыштырмайҙар, нисек кенә данламайҙар! Ҡая бөркөтөләй ғорур ҙа, яҙын сәскә атҡан алмағастай сибәр ҙә, йыһан сиктәреләй киң дә бит ул. Сылтырап аҡҡан шишмәләре, бөйөк Ағиҙел, сал Уралы...

Мин ошондай бай, иҫ китмәле күркәм, татыу халыҡлы ерҙә тыуғаным менән ғорурланам. Башҡортостанда йәшәүемә ҡыуанып бөтә алмайым.

Төрлө һынауҙар үткән халҡым, әммә бирешмәгән, башын эймәгән, ғорур булған. Шуға ла еребеҙ, республикабыҙ бар, телебеҙ йәшәй.

Сәскә ат, һөйөклө Башҡортостаным!

 

Тамерлан ЗАРИПОВ, йәш хәбәрсе.

 Туймазы районы, Серафимовкалағы 3-сө мәктәп.

 

Фото: Л. Фазлетдинова.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: