-11 °С
Болотло
VKOKTelegramЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Иҫтәлекле көндәр
4 Июнь 2025, 09:26

Күңелле лә, бер аҙ моңһоу ҙа

Әле генә сағыу гөлләмәләр тотоп, ҡыйыуһыҙ ғына баҫып беренсе беренсе синыфҡа килгәйнеләр. Ваҡыт тигәнең тиҙ үтә икән. Бына хәҙер улар өсөн һуңғы ҡыңғырау ҙа яңғыраны. Күңелдәрҙә оҙаҡ һаҡланыр шатлыҡлы ла, бер аҙ моңһоу ҙа байрам үтте.

Күңелле лә, бер аҙ моңһоу ҙа
Күңелле лә, бер аҙ моңһоу ҙа

Әбйәлил районының 1-се Асҡар мәктәбендә туғыҙынсыны – 114, ә ун беренсене 38 уҡыусы тамамлай.

– Беҙҙең XI «Б» синыфы өсөн дә белем усағы менән хушлашыр мәл етте, – ти синыф етәкселәре Рита Сәлимйән ҡыҙы Харисова. – Мәктәпте быйыл 22 уҡыусым тамамлай, үҙҙәрен һағынып бөтөрмөн инде. Бик әүҙем, тырыш синыф. Мәктәптә генә түгел, район буйынса ла һынатманылар.

Айырыуса Ләйсән Ишбулдина менән Арина Лотфуллина маҡтауға лайыҡ. Икеһе лә биологиянан республика этабында призёр булған. Арина «Беҙ» балалар ойошмаһының президенты вазифаһын да башҡара. Ләйсән иһә башҡорт теленән төбәк һәм Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты үткәргән олимпиадала уңышҡа ирешә. Гөлзана Шәрипова менән Эльвира Мәжитова ла был ҡыҙҙарҙан ҡалышмай.Улар ҙа бәйгеләрҙә әүҙем ҡатнаша. Гөлзана башҡорт теленән район олимпиадаһында призёр булһа, Ә Эльвира Башҡортостан тарихы һәм мәҙәниәтенән гел алдынғылар сафында йөрөй. Азалиә Мөхәмәтйәнова иһә донъя художество мәҙәниәте фәненән призлы урындар яулаусы.

Синыфта спорт яратыусы егеттәр ҙә күп икән. Арыҫлан Хәкимов, Тимур Атауллин, Данил Ғәйнетдинов, Айгиз Мәғәфүровтар ярыштарҙа һынатмаған. Айгиз,мәҫәлән, көрәш буйынса район, республика, Рәсәй буйынса ла призлы урындар яулай. Розалина Вәлиева, Есения Спивакова, Тимур Әғзәмов, Гөлзана Шәрипова, Камил Хәйбуллин йыр-моңға әүәҫ. Алина Мортазина Ватанды һаҡлау хәүефһеҙлеге нигеҙҙәре дәресендә иң әҙерлекле, әүҙем булыуы менән һоҡландырған. Инзера Солтанова синыфтың психологы ла, һәр береһенә кәңәш биреүсе лә булған. Фәнзил Сәйетғәлин тарихты яратһа, Регина Ильясова, Лүзиә Шәрәфетдинова, Камилла Фәттәхова бөтә фәндәрҙән «дүртле» һәм «бишле»гә генә өлгәшкән. Артём Ғәскәров шаянлығы, юмор яратыуы менән иҫтә ҡалыр инде.

Ун беренселәр йыл һайын Еңеү парадында ҡатнашҡан. Районда уҙған сараларҙа ирекмәндәр булғандар.

 – Синыфым дуҫ, үҙ-ара татыу, бер-береһенә ярҙам итергә әҙер торалар. Бергәләп төрлө походтарға йөрөнөк. Һәр эштә Айзилә Сөнәғәтова һәм Тимур, Арыҫлан уң ҡулым булды. Араларында яманлыҡ, боҙоҡлоҡ юлынан китеүселәр юҡ. Уларға Берҙәм дәүләт имтихандарын яҡшы тапшырып, хыялдарына ирешеүҙәрен теләйем, – ти синыф етәкселәре, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Рита Сәлимйән ҡыҙы.

Аҡ юл һеҙгә, ун беренселәр!

Автор: Римма Баймырҙина
Читайте нас