+5 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Иғтибар!
9 Февраль 2018, 18:46

Иң шәп рэп йырсыһы кем икән?

Рэп стилендәге йырҙарҙы яратаһығыҙмы, дуҫтар? Уны үҙ итеү генә түгел, бәлки, йырлаусылар ҙа барҙыр арағыҙҙа. Бына тап шундайҙар өсөн Өфө ҡалаһы хакимиәте, Мостай Кәрим исемендәге 158-се башҡорт гимназияһы, «ДарМан студио» продюссерлыҡ үҙәге башҡорт телендә рэп башҡарыусыларҙың «Bash School Rap» тип аталған республика музыкаль конкурсын иғлан итә. Уның мәғлүмәти партнёр­ҙары – «Йәншишмә» гәзите, «Аманат», «Шоңҡар» журналдары, «Юлдаш» радиоһы, «Тамыр» балалар телевизион каналы, «Йән» кейем етештереүселәре.

Рэп стилендәге йырҙарҙы яратаһығыҙмы, дуҫтар? Уны үҙ итеү генә түгел, бәлки, йырлаусылар ҙа барҙыр арағыҙҙа. Бына тап шундайҙар өсөн Өфө ҡалаһы хакимиәте, Мостай Кәрим исемендәге 158-се башҡорт гимназияһы, «ДарМан студио» продюссерлыҡ үҙәге башҡорт телендә рэп башҡарыусыларҙың «Bash School Rap» тип аталған республика музыкаль конкурсын иғлан итә. Уның мәғлүмәти партнёр­ҙары – «Йәншишмә» гәзите, «Аманат», «Шоңҡар» журналдары, «Юлдаш» радиоһы, «Тамыр» балалар телевизион каналы, «Йән» кейем етештереүселәре.

Бәйге республикабыҙҙа иғлан ителгән Ғаилә йылы уңайынан үткәрелә. Уҡыусыларҙың һәләтен асыу һәм күтәреү, балаларҙың ижади һәләттәрен үҫтереү, башҡорт теленә, әҙәбиәткә, шиғриәт­кә, йырға-моңға һөйөү уятыу, үҫеп килеүсе быуында рухи-әхлаҡи, патриотик тойғоларҙы тәрбиәләү, йәштәрҙе рэп мәҙәниә­тенә йәлеп итеү, башҡарыу оҫталығын арттырыу – төп маҡсаттары. Унда VI – XI синыф уҡыусылары үҙҙәрен күрһәтә ала.

Был конкурс өс этапта ойошторола. Һайлап алыу туры интернет селтәрендә 10 февралдән 25 февралгә тиклем бара. Ҡатнашыусы үҙе тураһында мәғлүмәт менән бергә аранжировкаһыҙ, музыка оҙатыуы булмаған, тере тауышта башҡарған сығышының видеояҙмаһын һәм йыр тексын Microsoft Word форматында 18 февралгә тиклем [email protected] электрон почтаһына һалырға тейеш. Ебәргән музыкаль әҫәрен автор үҙе ижад итеүе мотлаҡ, нормаға тап килмәгән лексика, экстремизмды күтәргән композицияларҙы баш­ҡарыусыларҙың сығыштары ҡаралмай. Конкурс барышы менән «Бәйләнештә» селтәрендә vk.com/BashSchoolRap төркөмөндә таныша алаһығыҙ.

Икенсе тур – ярымфинал 26 февралдән 18 мартҡа тиклем уҙғарыла. Бында һайлап алыу турын үткәндәр музыка оҙатыуында һәм аранжировка менән башҡарған сығыштарының видеяҙмаһын ебәрә, автор үҙ йырының тексын да һала. Интернет селтәренән һәм башҡа сығанаҡтарҙан алынған музыкаль әҫәр­ҙәр ҡабул ителмәй.

19 мартта финалистар исемлеге билдәләнеп, ҡатнашыусының электрон почтаһына финал турына саҡырыу ҡағыҙы ебәрелә. Өсөнсө этап Мостай Кәрим исемендә­ге 158-се башҡорт гимназияһы бинаһында 31 мартта 11 сәғәттә уҙа. Конкурсанттарҙың сығышын хип-хоп жанрында ижад иткән билдәле артистар, журналистар, уҡытыусылар баһалаясаҡ. Йәш рэп оҫталары бер иш мәрәй йыйған осраҡта финалға фристайл-батл индерелә. Унда абсолют еңеүсене тамашасылар үҙҙәре билдәләй.

Конкурс һөҙөмтәләре буйынса «Иң яҡшы текст», «Иң яҡшы бейеү композицияһы», «Иң яҡшы күмәк башҡарыусы», «Иң яҡшы яңғыҙ башҡарыусы», «Иң яҡшы аранжировка» номинацияларында иң-иңдәр билдәләнә. Баһалама төркөмө ҡарары менән VI – VIII, IX – XI синыфтар араһында Гран-при хужалары һайлана. Уларға «ДарМанСтудио» продюссерлыҡ үҙәге үҙенең клибын төшөрөргә ярҙам итәсәк. Еңеүселәр йырҙарын аранжировкалау мөмкинлеге аласаҡ. Бынан тыш, номинацияла еңеүселәргә мәғлүмәти партнёрҙар үҙ бүләктәрен әҙерләгән.

Тулыраҡ мәғлүмәтте 8(347)289-52-50 (Мостай Кәрим исе­мендәге 158-се башҡорт гимназияһы), 8-927-937-88-44 (Булат Сарбаев) телефон һандары буйынса алырға мөмкин.

Үҙ көсөгөҙҙө һынап ҡарағыҙ, ситтә ҡалмағыҙ, дуҫтар!
Читайте нас: