Өлкәндәрҙең борсолоуы аңлашыла: енәйәтсе ҡулына эләгеп һәләк булғандар әҙме ни?! Кәнфит биреп, көсөк күрһәтәм, уйынсыҡ һатып алам, тип балаларҙы алдатып, әүрәтеп, үҙе менән эйәртеп алып китеүсе насар уйлы кешеләр бар. Тикшереүҙәр күрһәтеүенсә, 50 баланың берәүһе генә сит кешегә ышанмай икән. Был турала онотмайыҡ.
Иң ҡурҡынысы: юғалған балаларҙың енәйәтсе ҡулынан ғүмере өҙөлөүе. Шуға күрә шик тыуыу менән, ҡайтыр әле, тип көтөп ултырмай, мөмкин тиклем тиҙерәк тейешле урынға мөрәжәғәт итергә кәрәк. Бала ҡайтмаһа, оҙаҡҡа һуҙмай полиция хеҙмәткәрҙәренә белдерергә кәрәк. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығына, «Юғалған балаларҙы эҙләү» ойошмаһына мөрәжәғәт итергә мөмкин. Балиғ булмағандарҙың юғалыуы, уларҙы урлау осраҡтары – ғәҙәттән тыш хәл ул. Башҡортостанда 2011 йылдан «Юғалған балаларҙы
эҙләү» төбәк йәмәғәт фонды булдырылды. Координаторы Павел Нестеровтың телефоны – 8-927-969-89-19. Фонд Эске эштәр министрлығы менән килешеү буйынса эшләй. Социаль селтәрҙәрҙә төркөмдәре бар.