+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Иғтибар!
3 Апрель 2019, 16:59

Йәнһүрәт бәйгеһе һине көтә!

Һин йәнһүрәт төшөрөүгә әүәҫһең, башҡаларға ла үҙ һөнәреңде күрһәтергә теләйһең икән, «BashMult» республика фестиваль-конкурсына рәхим ит! Унда 7 - 9 Һәм 10 - 14 йәшлек балалар, 15 - 17 йәшлек үҫмерҙәр, 18 йәштән өлкәндәр ҡатнаша ала, төркөм менән дә көсөңдө һынарға мөмкин.

Шәхсән ҡатнашыусылар өсөн «Мажаралар донъяһы» (мажаралар тураһында йәнһүрәттәр, серҙәр һәм сәйәхәттәр), «МультИлһам» (изгелек, мөхәббәт һәм дуҫлыҡ хаҡында йәнһүрәттәр) номинациялары ҡаралған.
Уҡыусыларҙың (белем биреү учреждениелары, балалар клубтары, үҙәктәре һәм берләшмәләре) коллектив эштәре «Күңелле классика» (әҙәби әҫәрҙәр буйынса йәнһүрәттәр); «Замандарҙы бәйләүсе еп» (Башҡортостандың 100 йыллығына, уның мәҙәниәтенә, тарихына һәм милли йолаларына арналған йәнһүрәттәр) номинацияларында ҡабул ителә.
Конкурс йомғаҡтары буйынса номинацияларҙа беренсе урынды яулаған уҡыусылар өсөн төп приз — BashMult статуэткаһы, икенсе һәм өсөнсө урындар өсөн дипломдар һәм иҫтәлекле бүләктәр ҡаралған, шулай уҡ тамашасылар һөйөүе призы ла булдырылған.
Эштәр 2019 йылдың 25 мартынан 1 октябренә тиклем ҡабул ителә. Ә 16 ноябрҙә конкурсҡа йомғаҡ яһала һәм бүләкләү тантанаһы уҙа.
Конкурста ҡатнашыуға ғаризаларҙы 1 октябргә көндөҙгә сәғәт 3-кә ҡәҙәр тапшырырға мөмкин. Адресы: Өфө ҡалаһы, Комаров урамы, 7, Хәрби дан музейы. Электрон почта: [email protected], телефон: 8 (347) 260-44-64. Конкурс-фестиваль тураһында мәғлүмәтте уның рәсми сайтында алырға мөмкин.
2016 йылдан алып үткәрелгән «BashMult» фестиваль-конкурсы башҡорт йәнһүрәттәрен төшөрөүселәрҙе әүҙемләштереүгә һәм һәләтле ҡатнашыусыларҙы йәнһүрәттәр төшөрөүгә йәлеп итеүгә йүнәлтелгән.
Читайте нас: