+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Иғтибар!
8 Апрель 2019, 18:11

Пушкинды яратһаң, конкурста ҡатнаш!

Бөйөк урыҫ шағиры Александр Пушкиндың тыуыуына 220 йыл тулыу айҡанлы, республикабыҙҙың Милли әҙәбиәт музейы «Мин Пушкинды уҡыйым» тигән видеояҙмалар интернет-конкурсын үткәрә.

Ул «Пушкин N ҡалаһында» асыҡ фестиваль сиктәрендә ойошторола. Бәйгелә баш ҡаланың I-XI синыф уҡыусылары ҡатнаша ала. Бының өсөн «Бәйләнештә» селтәрендә Милли әҙәбиәт музейының төркөмөнә ҡушылырға ла 10 минуттан да ашмаған видеояҙмаңды һалырға кәрәк. Исем-шәрифегеҙҙе, уҡыған мәктәбегеҙҙе, синыфығыҙҙы ла күрһәтергә онотмағыҙ.
Конкурс материалдары 3 июнгә тиклем ҡабул ителә. Ә 6 июндә ижади уҙышҡа йомғаҡ яһаласаҡ.
Читайте нас: