Тик, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ундайҙарҙың һаны һаман кәмемәй әле шул. Ҡайһы берәүҙәрҙең атай-әсәйле булып та, яҡлаусыһыҙ ҡалыуы йәнде бигерәк тә әсендерә. Һандарға күҙ һалһаң, республикабыҙҙа15 балалар йорто бар, шуларҙа 530 етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм бала тәрбиәләнә. Уларҙа йәшәү шарттары йорт йылыһына яраҡлаштырылһа ла, бер ни ҙә ғаилә мөхитен алыштыра алмай.
– Һәр бер баланың ғаиләлә йәшәргә хоҡуғы бар. Тыуған йорто һәм ата-әсәһенең булыуы менән бергә, уны йылы, татыу мөхит тә уратып алыуы бик мөһим. Тик шундай тәрбиәлә үҫкәндәр генә ғаилә ҡиммәттәрен белә, изгелеккә, хеҙмәт һөйөргә өйрәнә. Ошо йәһәттән 2009 йылда мәғариф министрлығы ҡарамағында республика Етем, ата-әсә ҡарауынан мәхрүм балаларҙы ғаиләгә урынлаштырыу үҙәге булдырылғайны. Инде быйыл беҙгә ун йыл тула инде, етем, ҡарауһыҙ балаларҙы ғаиләгә урынлаштырыр өсөн бөтә көсөбөҙҙө һалабыҙ, – ти уның директоры Таңһылыу Данил ҡыҙы Һөйөндөкова.
Әйткәндәй, тәрбиәгә бала алған ғаиләләр ҙә байтаҡ икән. Бөгөн ундай атай-әсәйҙәрҙең һаны 10 меңгә еткән, уларҙа 11 меңдән ашыу бала тәрбиәләнә.
«Ишет мине, атай-әсәй!» рубрикаһында республикабыҙҙағы балалар йорттарында тәрбиәләнеүселәр, уларҙы ғаиләгә урынлаштырыу маҡсатында ойошторолған саралар, яңы атай-әсәйҙәрен түҙемһеҙләнеп көтөүсе балалар тураһында һөйләйәсәкбеҙ, ошонда уҡ белгес кәңәштәре лә биреләсәк.