+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Иғтибар!
31 Июль 2019, 13:38

Эх, тәмле башҡорт балы!

10 августа «Башҡортостан» милли паркы биләмәһендә өсөнсө «Тәбиғи бал» фестивале уҙғарыласаҡ.

Фестиваль Нөгөш һыу һаҡлағысы, «Спартаксы» балалар һауыҡтырыу лагеры эргәһендә үтәсәк. Байрамда башҡорт балын һәм ҡортсолоҡ продукттарын тәмләп ҡарарға мөмкин буласаҡ. Шулай уҡ йәрминкәлә төрлө экологик яҡтан таҙа аҙыҡ-түлек һәм ҡул эштәре һатыу ойошторола. Ҡыҙыҡһыныусыларҙы уҡтан атыу, үлән сәйҙәре әҙерләү, ағас һырлау буйынса оҫталыҡ дәрестәре көтә. Фестивалгә рәхим итегеҙ!

Сара сәғәт 11-ҙә башлана, инеү бушлай.
Читайте нас: