«Танышыуға бик шатмын. Мин – Өфө тарихы музейы. Һин тип әйтһәгеҙ ҙә ярай. Ҡалабыҙҙың тағы ла бер иҫтәлекле урыны булыуы ҡайһылай һәйбәт! Оҙаҡламай ишектәремде асасаҡмын.
Дуҫтарымды мотлаҡ ҡунаҡҡа саҡырам. Яҙған хәбәрҙәремде ҡарап барығыҙ». Шулай тип үҙенә теркәлергә саҡыра Өфө тарихы музейының «Бәйләнештә»ге төркөмө. Уның «Facebook», «Instagram»да ла аккаунттары бар.
Музей төркөмө биттәрендә ҡала тарихы тураһында белешмәләр, музей фондынан фотоһүрәттәр, унда уҙасаҡ ваҡиғалар, саралар, баш ҡалабыҙҙың күренекле кешеләре тураһында мәғлүмәттәр ҙә буласаҡ. Уны асыу сентябрь башына тәғәйенләнгән.