Дүрт йыл буйына барған аяуһыҙ Бөйөк Ватан һуғышы илебеҙ тарихында утлы хәрефтәр менән яҙылған. Тиҫтәләрсә миллионлаған ғүмерҙәрҙе ҡыйған, күпме күҙ йәштәре ҡойҙортҡан, аслыҡ, яланғаслыҡ кисерткән, етемлектә, мохтажлыҡта йәшәткән, бихисап ауылдарҙы, ҡалаларҙы ер менән тигеҙләгән ҡот осҡос һуғыш афәттәрен, халҡыбыҙҙың яу ҡырында һәм тылда күрһәткән тиңһеҙ ҡаһарманлығын оноторлоҡмо ни?!
2020 – гәзитебеҙҙең юбилей йылы ла – «Йәншишмә»гә 90 йыл тула. Ошо дәүер эсендә балалар матбуғаты ла ил күргәнде күреп, ил кисергәнде кисереп йәшәне, республика уҡыусыларының тоғро дуҫына, кәңәшсеһенә әйләнде. Башҡортостандың барлыҡ күренекле әҙиптәре – халыҡ шағирҙары һәм яҙыусылары үҙҙәренең тәүге хәбәрҙәрен 1930 йылда уҡ «Йәш төҙөүсе» исеме менән сыға башлаған балалар матбуғатында баҫтырған, артабан «Башҡортостан пионеры» гәзите менән дә бәйләнешен өҙмәгән. «Йәншишмә» нисәмә быуын журналистарын әҙерләүҙә үҙенең тос өлөшөн индергән. Ул әле лә республикабыҙҙың балалар тормошон әүҙем сағылдыра.
Ошо ике иҫтәлекле дата уңайынан «Йәншишмә» гәзите Башҡортостан яҙыусылары араһында балаларға тәғәйенләнгән хикәйәләргә конкурс иғлан итә.
Әҙәби әҫәрҙәр 2019 йылдың сентябренән алып 2020 йылдың апреленә тиклем ҡабул ителәсәк һәм гәзиттә баҫыласаҡ.
Күләме сикләнмәй. Иң мөһиме, Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына арналып, хәрби-патриотик тема сағылһын һәм балалар тормошо һүрәтләнһен.
9 Май алдынан конкурсҡа йомғаҡ яһаласаҡ. Еңеүселәр аҡсалата премиялар менән билдәләнәсәк.
II урын (2-әү) – 3-әр мең,
III урын (3-әү) – 2-шәр мең һум.
Бәйгелә ихлас ҡатнашыуығыҙҙы теләйбеҙ, хөрмәтле әҙиптәребеҙ!