+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Иғтибар!
24 Сентябрь 2019, 19:22

«Система Fest» фестивале саҡыра

«Система» хәйриә фонды республикабыҙҙа тәүге тапҡыр «Система Fest» социомәҙәни фестивален уҙғара. Ул Башҡортостан Электроселтәрҙәр компанияһы партнёрлығында республика Хөкүмәте ярҙамында ойошторола. Унан тыш, «Система» хәйриә фонды төбәгебеҙҙең социаль һәм белем биреү ойошмаларына 3 миллион һум күләмендә ярҙам күрһәтәсәк.

– Беҙҙең фонд бындай форматтағы фестивалде өсөнсө йыл рәттән үткәрә һәм йыл һайын ойоштороу кимәле күтәрелә бара. Беҙ Башҡортостанда йәшәүселәргә мәҙәни, фәнни һәм белем биреү башланғыстарын үҙ эсенә алған киң программа әҙерләнек. Шулай уҡ уның бер өлөшөн балалар хәүефһеҙлегенә, белем биреү ойошмаларында эҙәрлекләүҙәрҙе иҫкәртеүгә арнаныҡ, – ти «Система» хәйриә фондының президенты Анна Янчевская.

Фестиваль баш ҡалабыҙҙа 29 сентябрҙә «Мәҙәни ял көнө» Бөтә Рәсәй акцияһы менән башлана. Был сара сиктәрендә Михаил Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейының ишектәре ирекле инеү өсөн көнө буйына асыҡ була. Өфө ҡалаһында йәшәүселәр һәм ҡунаҡтар ундағы тематик күргәҙмәләр, экспозициялар менән таныша, шулай уҡ төрлө интерактив программаларҙа ҡатнаша ала.

Ә инде 30 сентябрҙән 3 октябргә тиклем «Система Fest» фестивале ҡалалар буйлап юлланасаҡ. Благовещен (30 сентябрь), Бөрө (1 октябрь), Ишембай (2 октябрь), Мәләүез (3 октябрь), Өфө (4 октябрь) ҡалаларында йәшәүселәргә бай программа ҡаралған. Унда килеүселәрҙе һөнәри оҫталыҡ дәрестәре, мобиль күргәҙмә буйынса экскурсиялар, мобиль планетарийҙа лекциялар, кинолар күрһәтеү һәм башҡа саралар көтә. Балалар өсөн тематик квестар, уйындар һәм ҡыҙыҡлы ҡурсаҡ тамашалары ойоштороласаҡ.

Фестивалдең партнёры – Башҡортостан Электроселтәрҙәр компанияһы уҡыусылар өсөн электр техникаһы һәм электр хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләре буйынса мауыҡтырғыс интеллектуаль викторина үткәрәсәк. Унда еңеүсе мәктәптәр компьютер бүлмәләрен йыһазландырыу өсөн 10 компьютер аласаҡ. Призлы урын алыусы балалар һәм уларҙың педагогтарына интернет-магазинға бүләк картаһы биреләсәк.
Читайте нас: