+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Иғтибар!
9 Октябрь 2019, 13:30

Флешмобҡа әҙерһегеҙме?

Ә һеҙ Башҡортостан Республикаһы Гимнының һүҙҙәрен беләһегеҙме? 11 октябрҙә киске сәғәт 6-сы яртыла бөтә республика уны йырлаясаҡ. «Торатау» конгресс-холы янындағы амфитетарҙағы флешмобты иһә тура эфирҙан ҡарарға мөмкин буласаҡ.

Артабан шунда уҡ «Алға, Башҡортостан!» тигән байрам концерты башлана. Унда Элвин Грей, «Дәрүишхан», «Карауанһарай», «Премьер» төркөмдәре һәм башҡа сәнғәт йондоҙҙары сығыш яһаясаҡ.

Һеҙҙең иғтибарға Башҡортостан Республикаһының Дәүләт гимнының һүҙҙәрен тәҡдим итәбеҙ. Уның һүҙҙәрен – Рауил Бикбаев менән Рәшит Шәкүр, көйөн Фәрит Иҙрисов яҙған. Урыҫсаға Фәрит Иҙрисов һәм Светлана Чураева тәржемә иткән.

Читайте нас: