Ә бына Өфө тирәһендә бынан ары бер кем дә юл таба алмай йөрөмәҫ, моғайын. Ҡала мэры Өлфәт Мостафиндың район хакимиәттәренә биргән күрһәтмәһе буйынса урмандарҙа кешеләргә юл табыуы еңелерәк булһын өсөн яҙыуҙар ҡуйып сыҡҡандар. Блюхер, Аврора, Батыр, Менделеев урамдарында, 8 Март, Козарез, Йылҡыбайҙа, Яркий микрорайонында бөтәһе 30 күрһәткес ҡуйылған. Улар кешеләргә дөрөҫ юл алырға ярҙам итәсәк.