+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Иғтибар!
10 Октябрь 2019, 17:19

Халыҡ яҙыусыһы призына ижади бәйге

Сибай ҡалаһында Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Таңсулпан Ғарипова призына республика ижад бәйгеһе үтәcәк.

Сибай гимназия-интернаты, ҡала мәғариф бүлеге һәм БДУ-ның Сибай институты менән берлектә ойошторолған сара мәктәп уҡыусылары араһында уҙасаҡ. Конкурсҡа проза, поэзия һәм журналистика буйынса эш ҡабул ителәсәк.

Ижади бәйге егерме йылдан ашыу тарихҡа эйә. Ул тәүге тапҡыр 1996 йылда шул ваҡыттағы Сибай төбәк яҙыусылар берлеге рәйесе Таңсулпан Ғарипова башланғысы менән “Ап-аҡ ҡарҙар” исеме менән үткәрелә. Дүрт йылдан әҙибә Өфөгә күсеп киткәс, конкурс уның призына уҙғарыла башлай. 2013 йылдан иһә үҙе белем алған Сибай гимназия-интернатында ойошторола. Бәйге йылдан-йыл географияһын киңәйтеп, башта төбәк, ә быйыл икенсе тапҡыр республика кимәленә күтәрелә. Әлеге үтәсәк бәйгелә үҙгәрештәр ҙә бар: ул ике этаптан торасаҡ. I этабы – 15 октябргә тиклем яҙма эштәрҙе ҡабул итеү, II этабы 24 октябрҙә Сибай гимназия-интернатында уҙасаҡ. Ижад эше башҡорт телендә яҙылырға тейеш. Эштәр ошо [email protected] электрон адресы буйынса ҡабул ителә. Һорауҙарығыҙ булһа, 8-927-317-44-45 телефонына шылтыратығыҙ.

Әйҙәгеҙ, үҙегеҙҙе һынап ҡарағыҙ, ҡәҙерле дуҫтар!
Читайте нас: