-3 °С
Болотло
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар
Иғтибар!
3 Декабрь 2019, 17:00

Яңы ҡанун: бер туғандар бер мәктәпкә бара

Владимир Путин тағы бер ҡанунға ҡул ҡуйҙы.

Ул бер туған балаларҙы бер үк балалар баҡсаһына йәки бер үк белем усағының башланғыс синыфтарына уҡырға биреү мөмкинлеге тураһында. Ысынлап та, бер ғаилә балаларына бер үк баҡсала урын бирһәләр, бик яҡшы буласаҡ, шулай бит? Ике йәки өс баланы иртәнсәк бер үк мәктәпкә алып барыу ҙа атай-әсәйҙәргә еңелерәк. Бер балаһын – бер, икенсеһен бөтөнләй икенсе яҡтағы мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһына йөрөтөп, ваҡыттарын әрәм итмәйәсәктәр.
Яңы ҡанун ғаиләләрҙе нығытыуға һәм кескәйҙәргә үҫер һәм уҡыр өсөн уңайлы шарттар булдырырға ярҙам итер, Алла бирһә.
Читайте нас: