Уҡыу йорто менән тулыраҡ танышырға теләүселәр өсөн сара 7 декабрҙә университеттың 8-се корпусында (Беренсе май урамы, 14) үтә. Көндөҙгө 12-лә башлана.
12 – 12.40 – 8-се корпустың икенсе ҡатында факультеттар күргәҙмәһе, мәғлүмәт материалдарын таратыу, факультеттарҙың декандары, хеҙмәткәрҙәре менән осрашыу.
12.40 – 13.00 – ошо уҡ корпустың тамаша залында ӨДНТУ тураһында видеяҙмалар күрһәтеү.
13.00 – 13.40 – уҡыу йортона инеү шарттары менән танышыу.
14.00 – 15.30 – ӨДНТУ институттары һәм факультеттары буйлап экскурсия.
Асыҡ ишектәр көнө сиктәрендә 9 декабрҙә отош уйыны ла ойошторола. Унда «VIP абитуриент – 2020» сертификаттары һәм ӨДНТУ-ның сувенирҙары уйнатыласаҡ.