+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Иғтибар!
10 Декабрь 2019, 17:00

Өфөләр бәйгелә ҡатнаша ала!

Тиҙҙән, тиҙҙән Яңы йыл да етә. Быйыл, Аллаға шөкөр, Совет районы уҡыусыларының Ҡыш бабайға күрһәтерлек ижади эштәре күп кенә.

Баш ҡалабыҙҙа 4 декабрҙән 17-һенә тиклем «Ап-аҡ Өфө» тигән конкурс үтә бит. Ул балаларҙың ижади һәләттәрен үҫтереү маҡсатында ойошторола. Был бәйгелә 4-тән 15 йәшкә тиклемгеләр ҡатнаша ала. Ижади эштәр «Раштыуа ҡул эштәре», «Яңы йыл шыршыһы ретро стилендә», «2020 йылдың символы» номинациялары буйынса ҡабул ителә.
Конкурсҡа йомғаҡ 18 декабрҙә яһаласаҡ. Иң һәйбәт эш авторҙарын Ҡыш бабай ҡотлап, грамоталар һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырасаҡ. Эштәр «Глобус» балалар ижады үҙәгендә, Өфө ҡалаһы, Комсомол урамы, 79-сы йорт, 205-се бүлмә адресы буйынса ҡабул ителә.
Читайте нас: