-17 °С
Болотло
TelegramТестарVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Иғтибар!
16 Декабрь 2019, 18:50

Бәлә-ҡазаһыҙ үтһен

Былтыр Яңы йыл каникулы ваҡытында республикала бөтәһе 258 янғын сыҡҡан, уларҙа 22 кеше һәләк булған.

Тиҙҙән оҙайлы ял көндәре етә. Спиртлы эсемлектәр 3 ғинуарҙа бөтөнләй һатылмаясаҡ, 5 – 6 ғинуарҙа иртәнге 10-дан 14 сәғәткә тиклем генә. Был сикләү фажиғәле осраҡтарҙы, хоҡуҡ боҙоуҙарҙы кәметер, моғайын.
29 декабрҙән 9 ғинуарға тиклем ҡотҡарыусылар, полиция хеҙмәткәрҙәре юғары әҙерлек кимәлендә эшләйәсәк. Боҙ ҡаласыҡтары ла тикшерелеп торасаҡ, унда патруль постары ҡуйыла.
Шулай уҡ ҡотҡарыусылар Яңы йыл шыршыһы байрамдарын үткәргәндә лә хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен теүәл үтәргә өндәй. Ҡупшыҡайҙарҙы йылытҡыс янына, бинанан сығыу юлын ҡапларлыҡ урынға ултыртмаҫҡа ҡушалар. Бенгаль уттарын, шәмдәрҙе уның янында яндырмағыҙ. Магазиндан һатып алғанда, шыршыларҙың янмай торғандарын һайлағыҙ. Шартлатҡыстарҙан да зыян күреүселәр йыл да булып тора, уларҙың сифатлыларын, документтары булғанын ғына алығыҙ.
Байрам көндәрен бәлә-ҡазаһыҙ үткәреү һәр кемдең үҙенән дә тора.
Читайте нас в