+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Иғтибар!
18 Декабрь 2019, 16:50

Снюс үлем менән янай

Ҡасан ғына тәмәкене ташларға ярҙам итә, тиҙәр ине, ни арала ағыуға әйләнде был һағыҙ, кәнфит формаһындағы никотинлы ҡатнашмалар?!

Уҡыусыларыбыҙға янаған яңы афәт «снюс» тип атала. Республика Башлығы Радий Хәбиров был үлемесле ағыуҙы бөтә прилавкаларҙан да алырға ҡушты. Бынан һуң һатыусыларҙың 75 проценты снюсты кәштәләренән алды. Әйткәндәй, Радий Фәрит улының тәҡдимен федераль кимәлдә лә хупланылар.
Әле «Берҙәм Рәсәй» партияһының Башҡортостан буйынса бүлексәһе «Халыҡ контроле» проекты сиктәрендә снюсты һатыу урындарын асыҡлау буйынса мониторинг үткәрә. Мәҫәлән, кисә Сипайловолағы сауҙа үҙәктәрен тикшергәндәр. Кәштәләрҙә снюс юҡ, әммә аҫтан ғына рәхәтләнеп һаталар икән. Константин Канунников әйтеүенсә, әлеге көндә эре ҡалаларҙың күп мәктәптәрендә снюсты ҡулланыу осраҡтары теркәлгән. «Күреп торабыҙ: Стәрлетамаҡтан башланғыс синыф уҡыусыһы реанимацияға эләкте, Күмертауҙан бер баланың ошо матдәне ҡабул иткәндән һуң ғүмере өҙөлдө. Әле снюстың йәш быуынға барып эләгеү ҡурҡынысы ҙур, шуға рейдтар үткәреүҙе дауам итәсәкбеҙ. Уны һатыуҙы сикләү тураһында ҡанун сығарыу өҫтөндә эшләйәсәкбеҙ», – ти ул.
Снюстың еҫе юҡ, ә составында никотин – бала өсөн үлемесле дозала, бүтән наркотик матдә лә һалыныуы ихтимал. Бөтәгеҙ ҙә һаҡ булһағыҙ ине. Ә рейдтар республиканың бүтән ҡала һәм райондарында ла уҙасаҡ.
Читайте нас: