+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Иғтибар!
19 Декабрь 2019, 12:35

Эскелеккә ҡаршы көрәш тә 50 мең ал

Республика башлығы Радий Хәбиров ялған социаль селтәрҙәге сәхифәһендә араҡы етештереүселәр тураһында дөрөҫ мәғлүмәт биреүсегә – 50 мең, һатыусы тураһында әйтеүсегә – 2 мең һум аҡса түләнәсәге тураһында яҙҙы.

Конфиденциаллек һаҡланасаҡ, йәғни, кем хәбәр итеүе тураһында бер кем дә белмәйәсәк, аҡса ла ғәҙел түләнәсәк, тине.
Кем һатҡанын бөтәһе лә белә инде, бигерәк тә ауылдарҙа. Хатта ул өйҙәргә араҡы эҙләп килеүсегә әсәләре өйҙә юҡта балалары ла биреп ебәргәнен ишеткән бар. Республикала эскелеккә, ялған спиртлы эсемлек һатыусыларға ҡаршы көрәшкә ныҡлап тотондолар. Йыл башынан 8 йәшерен цех ябылған, 70 мең литрҙан күберәк "араҡы" түгелгән. Һөҙөмтәлә, былтырғы йыл менән сағыштырғанда, Башҡортостанда эскелектән үлеүселәр һаны 115-кә әҙерәк.
Ялған араҡы етештереүселәр һәм һатыусылар тураһында мәғлүмәтте тәүлек әйләнәһенә «Хәүефһеҙ мөхит» порталында https://safety.openrepublic.ru/ һәм эш ваҡытында +7 (347) 218-09-87 телефоны буйынса хәбәр итергә мөмкин.
Читайте нас: