+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Иғтибар!
18 Ғинуар 2020, 23:31

Олимпиадала ең дә, өҫтәмә балл ал!

Математика, физика, химия, информатика, иҡтисад, йәмғиәтте өйрәнеү фәндәре буйынса Өфө дәүләт нефть техник университеты ойошторған олимпиадаларға теркәлеү башланды. Бында X, XI синыф уҡыусылары ҡатнаша ала.

Әлеге уҡыу йортоноң ҡабул итеү шарттарына ярашлы, олимпиада еңеүселәре һәм призёрҙарына ошо университетҡа уҡырға ингән осраҡта БДИ-ға өҫтәмә 7–10 балл ҡушыла.
Олимпиадаларҙы үткәреү көндәре:
Фән
Үткәреү ваҡыты
Теркәлеү тамамланыу көнө
1
Химия
8 февраль, 16:00
7 февраль, 17:00
2
Иҡтисад
3
Информатика
15 февраль, 16:00
14 февраль, 17:00
4
Математика
29 февраль, 16:00
28 февраль, 17:00
5
Физика
14 марта, 16:00
13 март, 17:00
6
Йәмғиәтте өйрәнеү
Олимпиадалар көндөҙгө 4-тә башлана, 3 сәғәт буйына дауам итә.
Олимпиадала ҡатнашыу өсөн, ғариза һәм шәхси мәғлүмәттәрҙе эшкәртеүгә ата-әсәнең ризалығы талап ителә. Уларҙы университет сайтынан алып тултырырға һәм «УГНТУ-2020» тип яҙып, [email protected] электрон почтаһына ебәрергә кәрәк. Һынау ҡайҙа үткәрелеүенә ҡарап, шунда ебәреү мөһим.
(ФГБОУ ВО «Уфимский государственный нефтяной технический университет». Адрес: 450062, РБ, г. Уфа, ул. Первомайская, 14, каб. 301, 308, [email protected];
Филиал ФГБОУ ВО УГНТУ в г. Октябрьском. Адрес: 452600,РБ, г. Октябрьский, ул. Девонская, 54 а, каб. 212, [email protected];
Филиал ФГБОУ ВО УГНТУ в г. Салавате. Адрес: 453250,РБ, г. Салават, ул. Губкина, 22 б, каб. 218, [email protected];
Филиал ФГБОУ ВО УГНТУ в г. Стерлитамаке. Адрес: 453118, РБ, г. Стерлитамак, пр. Октября, 2, каб. 219,220, [email protected].)
Иҫкәрмә: олимпиада үткән аудиторияларға ҡатнашыусылар паспорт менән генә индерелә. Шуға документтарығыҙҙы алып килергә онотмағыҙ.
Тулыраҡ мәғлүмәтте ошо 8(347)242-08-59 телефон һандары буйынса алырға мөмкин.
Читайте нас: