Халыҡ-ара диктант генерал-майор, данлыҡлы 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы командиры Миңлеғәле Шайморатовтың тыуыуына 120 йыл тулыуға бағышлана. Сараның дикторҙары итеп билдәле шәхестәр һайлап алынған. Башҡорт телендәге тексты Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең халыҡ һәм атҡаҙанған артисы Хөрмәтулла Үтәшев уҡыясаҡ. Диктант өсөн яҙыусы-публицист, 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының политбүлеге етәксеһе урынбаҫары Сәғит Ҡадировтың «Урал бөркөтө» әҫәренән өҙөк һайланған. Башҡорт телендә диктант Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында көндөҙгө 12-лә башлана.