+13 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Иғтибар!
13 Март 2020, 15:47

Таҙалыҡ көндәре

Башҡортостанда Таҙалыҡ көндәре башлана. Был туралағы ҡарарға республика Башлығы Радий Хәбиров ҡул ҡуйҙы. Документҡа ярашлы, район-ҡалаларҙа айына ике тапҡыр өмәләр ойоштороласаҡ.

Тәүге таҙалыҡ көндәре киләһе аҙнала – 18 – 20 мартта үтә. Республикабыҙҙа йәшәүсе олоһон да, кесеһен дә тирә-яҡты ҡарҙан таҙартыу, йыйыштырыу эштәренә әүҙем ҡушылырға саҡырабыҙ.

Ә йыл дауамында 18 апрелдә, 4 июлдә һәм 3 октябрҙә – өс дөйөм республика өмәһен ойоштороу ҡаралған. Уҡыусылар, һеҙ ҙә был изге эштән ситтә ҡалмағыҙ.
Читайте нас: