+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Иғтибар!
20 Апрель 2020, 15:47

Балалар үҙизоляция режимын боҙмаймы?

Өфөнөң йәмәғәт хәүефһеҙлеген һаҡлау үҙәге хеҙмәткәрҙәре ҡала урамдары буйлап рейдҡа сыға.

Улар уйын майҙансыҡтарын тикшерәсәк. Үҙизоляция ваҡытында унда уйнау тыйылғанын беләһегеҙ инде. Шулай уҡ полиция, халыҡ дружинаһы вәкилдәре менән берлектәге патруль төркөмдәре парк, сквер, урамдарҙы ҡараясаҡ. Балалар әлеге режимды һәм комендант сәғәтен боҙған өсөн атай-әсәйҙәренә штраф һалына.
Балиғ булмағандарға көндөҙгө 13 сәғәттән 18 сәғәткә тиклем генә өйҙән сығырға мөмкин. Унда ла тик яҡындағы магазинға, дарыуханаға барырға, сүп-сар түгергә генә ярай. Ҡайһы бер атай-әсәйҙәрҙең балаларын үҙҙәре менән магазинға эйәртеүен, йорт алдына саф һауаға уйнарға алып сығыуын күрергә тура килә. Саҡ ҡына түҙһәк, уларҙың һаулығын хәүеф аҫтына ҡуймаһаҡ ине #ДомаЯҡшыраҡ.
Читайте нас: