+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Иғтибар!
7 Май 2020, 14:33

Көндөҙ шаулаһаң да - штраф!

Ысын, Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаттары ошо турала ҡанун ҡабул итергә уйлай.

Асыҡлабыраҡ әйткәндә, көндөҙгө 1-ҙән 3-кә тиклем республикала "тынлыҡ" сәғәте индерергә уйлайҙар. Был балалар һәм оло йәштәгеләр мәнфәғәтенән сығып эшләнә. Улар, ғәҙәттә, ошо ваҡытта йоҡлап ала бит. Яңы ҡанун буйынса был мәлдә күп фатирлы йорттарҙа, дөйөм ятаҡтарҙа шаулап ремонт эштәре башҡарыу тыйыласаҡ. Кемдәр ҡағиҙәне боҙа - штраф һалынасаҡ. Граждандар өсөн ул 1 меңдән башлана, тиҙәр.
Сикләүҙәр яңы йорттарға ҡағылмай. Фатирҙарҙа ғәҙәттән тыш хәлдәр килеп сыҡҡанда ла яңы ҡанун иҫәпкә алынмаясаҡ.
Читайте нас: