"Вәт, маладис һатыусы. Йәш быуындың һаулығын ҡайғырта, бәлки, үҙенең дә балалары ошо ҡыҙҙар йәшендәлер", - тип уйлап ҡуйҙым эстән генә.
Бөгөн депутаттарыбыҙҙың балиғ булмағандарға ошондай эсемлектәрҙе һатыуҙы тыйыу тураһында документ әҙерләүҙәре тураһында билдәле булды. Бик хуп! Был эсемлек иҫерткестәр кеүек үк зыянлы, тиҙәр бит. Шулай уҡ республиканың мәғариф, медицина ойошмаларында, физкультура-һауыҡтырыу, спорт учреждениеларында, мәҙәни саралар ойошторолған урындарҙа ла был эсемлекте һатыу тыйыласаҡ.