+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Иғтибар!
18 Май 2020, 16:25

"Башҡорт бал ҡорто" конкурсында ҡатнашығыҙ!

Башҡортостандың Умартасылыҡ һәм апитерапия буйынса ғилми-тикшеренеү үҙәге 15 майҙан 15 июнгә тиклем балалар араһында "Башҡорт бал ҡорто" тигән республика дистанцион конкурсын үткәрә.

Унда һүрәттәр, үҙең ижад иткән шиғырҙар, әкиәттәр, бөтә төр ҡул эштәре ҡабул ителә. Сара Башҡортостан Республикаһы Мәғариф һәм фән министрлығы, Өфө ҡала хакимиәте ҡатнашлығында ойошторола һәм 2021 йылда Башҡортостанда уҙасаҡ Апимондия конгресына арнала.
Конкурс эштәре 15 июнгә тиклем ҡабул ителәсәк. 16 - 26 июнь - эштәрҙе баһалау, йомғаҡ яһау. Ә 29 июндә еңеүселәр исемлеге билдәле буласаҡ. Бүләкләү тантанаһы ҡасан, ҡайҙа үтәсәге лә шунда иғлан ителәсәк. Эштәр өс йәш категорияһы буйынса айырым ҡараласаҡ: балалар баҡсалары тәрбиәләнеүселәре; I - IV синыф уҡыусылары; V - VII синыф уҡыусылары.
Һүрәттәрҙе А4 форматындағы аҡ һәйбәт ҡағыҙға эшләгеҙ. Ижади эштәр республиканың дәүләт, йәғни башҡорт һәм урыҫ телдәрендә аҡ ҡағыҙға яҙылырға тейеш. Иң мөһиме: конкурсҡа тәҡдим ителгән эштәрҙә балаларҙың Башҡорт бал ҡортон һаҡлау мәсьәләһе буйынса үҙ ҡарашы сағылырға тейеш.
Ижади эштәр электрон формала (IPG, PDF) [email protected] адресына 2020 йылдың 15 июненә тиклем "Башҡорт бал ҡорто" ижади конкурсына тигән яҙыу менән ҡабул ителә.
Башҡортостандың Умартасылыҡ һәм апитерапия буйынса ғилми-тикшеренеү үҙәге телефондары: +7(347)248-46-59, 266-08-32, 8(927)333-88-32
Читайте нас: