Иң яҡшылары тип табылған әҫәрҙәр республиканың әҙәби баҫмаларында, союздың рәсми сайтында баҫыласаҡ. Уларҙың авторҙары өсөн оҫталыҡ дәрестәре, семинарҙар ойошторола.
Иң талантлы 30 автор Өфөгә бүләкләү тантанаһына саҡырыласаҡ. Йыйынтыҡ, китаптар баҫтырыу ҙа ҡаралған. Был шәп проект Республика Башлығы грантына тормошҡа ашырыла. Ҡатнашығыҙ, йәш ҡәләм тибрәтеүселәр!