Республиканың юғалған кешеләрҙе эҙләү менән шөғөлләнгән "Лиза Алерт" отряды кисә "Бәйләнештә" селтәрендә тағы бер баланың юғалыуы тураһында хәбәр итте.
Салауат районы Урмантау ауылында йәшәгән 6 йәшлек Ренель Ғәниев 5 июндә өйөнән сығып киткән дә ҡайтмаған. Ирекмәндәр яҙыуынса, малай һөйләшмәй.