+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Иғтибар!
10 Июнь 2020, 14:39

Балаларға бүләк ит йәки хәйер итеп яҙҙыр

Беҙ бала саҡта өйгә «Башҡортостан пионеры» гәзите лә, «Пионер» журналы ла, хатта татарса «Ялҡын» журналы ла килә ине. Күп ғаиләләрҙә 5 – 10 бала үҫте, атай-әсәйҙәр гәзиткә яҙылырға бер ҙә аҡса йәлләп тормаған.

2020 йылдың икенсе ярты йыллығына гәзит-журналдарға яҙылыу бик һүлпән бара. Бөгөнгө мәғлүмәттәр буйынса «Йәншишмә»гә лә былтырғы ошо осор менән сағыштырғанда күпкә әҙерәк кеше яҙылған. Ни өсөн? «Йәншишмә» – Башҡортостан балалар һәм үҫмерҙәр гәзите. Республика уҡыусыларының ижад, фекер алышыу майҙаны ул. Өлкәндәр балаларын үҙҙәренең башҡортса сыҡҡан берҙән-бер гәзитенән мәхрүм итмәһен ине.
Ғөмүмән, республикала нисәмә белем усағы, нисәмә китапхана?! Һәр береһе берәр дана яҙыла алмаймы ни?
Беҙ, редакция хеҙмәткәрҙәре, һәр беребеҙ үҙебеҙгә яҙылыуҙан тыш, туғандарыбыҙға, таныштарыбыҙға гәзиткә подписка бүләк иттек. Мин иһә киләһе ярты йыллыҡҡа Нуриман районы Ишморат ауылындағы социаль приютҡа яҙылдым. Эстән генә, ауыр тормош шартттарына дусар булған балаларға хәйер булһын, тип уйланым.
Ошо «Бәйләнештә» селтәрендә генә лә 13 меңдән ашыу дуҫыбыҙ бар. Араларында ниндәй генә һөнәр эйәләре юҡ! Һәр береһе булмаһа ла, һис юғы иң-иң рухлылары, милләтем, халҡым, тип янғандары ғына булһа ла балаларға «Йәншишмә»гә подписка бүләк итһә, шәп булыр ине. Нисек яҙылырға тип аптырарға түгел: сайтыбыҙҙа ла, социаль селтәрҙәрҙәге төркөмдәребеҙҙә лә бөтә мәғлүмәт бар.
Читайте нас: