+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Иғтибар!
24 Ноябрь 2020, 12:39

"Ел йыры" фильмын YouTube каналында ҡарағыҙ!

"Рәсәй мәктәптәрендә - кинодәрестәр" Бөтә Рәсәй проекты буйынса Башҡортостанда ла "Ел йыры" тигән ҡыҫҡа метражлы фильм төшөрөлгәйне.

Ул "Киноэкология" акцияһы буйынса, йәғни балалар йыйып тапшырған иҫке ҡағыҙ аҡсаһына төшөрөлдө. Актёрҙар ҙа уҡыусылар араһынан кастинг буйынса һайлап алынды."Рәсәй мәктәптәрендә - кинодәрестәр" проекты буйынса тәрбиәүи темаларға эшләнгән фильмдарҙы бөтә ил уҡыусылары ҡарай. "Ел йыры" ла "Башҡортостан - Рәсәй мәктәптәренә" тигән яҙыу менән башланып китә.
Дуҫтар, Санкт-Петербургтан продюсер Виктор Меркулов һәм режиссёр Елена Дубровская етәкселегендә төшөрөлгән фильм YoyTube видеохостингыһына ҡуйылған:
Читайте нас: