Театрҙың рус труппаһы А. Волков әҫәре буйынса “Зөбәржәт ҡала тылсымсыһы” әкиәте менән тамашасыға байрам кәйефе өҫтәй. Был әкиәтте уҡып-белмәгәндәр бик һирәктер. Ә сәхнәлә күреү – үҙе мөғжизәгә тиң. Ҡуйыусы режиссеры – Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Шәйехзада Бабич исемендәге йәштәр премияһы лауреаты Мөсәлим Күлбаев.
Премьераларҙан тыш, балалар һәм өлкәндәр өсөн спектаклдәр ҙә театрҙа ҡышҡы каникулдар тамамланғансы барасаҡ. Шуны ла хәтерегеҙгә төшөрөп үтәйек, театрға килеүҙе алдан хәстәрләп ҡуйыу дөрөҫ булыр, сөнки кассала билеттар һанаулы ғына. Театрҙа, тамашалар залында спектаклдәр барышында бөтә һаҡланыу талаптары үтәлә, шулай уҡ тамашасылар араһында социаль дистанция һаҡлана.